Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Май 2020, 09:00

“Эко-Сити” төбәк операторы “Scania” биш заманса машина һатып алды

Төбәк операторының матбуғат хеҙмәткәре Кристина Кузнецова хәбәр итеүенсә, ойошманың автопаркы тик яңы техниканан тора. Был иһә республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәгән халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Сүп-сар ташыу өсөн тәғәйенләнгән “Scania” тип аталған биш заманса машина “Эко-Сити” төбәк ҡалдыҡтар менән эш иткән операторҙың автопаркына килтерелгән, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.
Төбәк операторының матбуғат хеҙмәткәре Кристина Кузнецова хәбәр итеүенсә, ойошманың автопаркы тик яңы техниканан тора. Был иһә республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәгән халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, машиналар Рәсәй шарттарында эшләүгә яраҡлаштырылған. Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелегенә килгәндә, сүп-сар ташыуға тәғәйенләнгән бер машина өс иҫке техника берәмеген алмаштырыу ҡеүәтенә эйә. Өҫтәүенә, ул экологик йәһәттән дә отошло: атмосфераға сығарылған зыянлы матдәләр күпкә аҙыраҡ, тип белдергән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был заман машинаһының арбаһының һыйҙырышлығы 22 кубометр булһа ла, ул тиҙ боролоу ҡеүәтенә эйә. Ә был иһә уның йорттар тығыҙ урынлашҡан урындарҙа ла эшләү мөмкинлектәрен аса. Тимәк, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты күрһәткестәрен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: “Эко-Сити”.
Читайте нас: