Ағасты ҡырҡыу һәм уны тулыһынса кире тергеҙеп барыуҙы күҙ уңында тотҡан был федераль проектта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ла әүҙем ҡатнаша. "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса 151 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уның 38,74 миллиард һумы бюджет-ара трансферт. Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум күләмендә аҡса һалынасаҡ, шул иҫәптән 0,9 миллиард һум федераль бюджеттан киләсәк, ә ҡалған 1,3 миллиард һум бюджеттан тыш саралар иҫәбенә тәьмин ителәсәк.
"Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыуға үткән йыл 163,6 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Төҙөлгән килешеүҙәр менән бергә иҫәпләгәндә, әле был сумманың 80 проценты, йәғни 135,4 миллион һумы үткән йылда үҙләштерелгән булған. Әйткәндәй, былтыр урманды тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был ярҙамға 45 берәмек хужалыҡ һәм янғын һүндереү техникаһы, 265 берәмек ҡорамал һәм йыһаз һатып алынған.