Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Апрель 2020, 10:00

МИЛЛИ ПРОЕКТ ПРОГРАММАҺЫ ЯРҘАМЫНДА ЮЛДАР РЕМОНТЛАНАСАҠ

Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы милли проекттың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһында ҡатнашып 13 автомобиль юлдарын яңыртты һәм «Каустик» туҡталышы эргәһендәге юл аҫты йәйәүлеләр үткәлешен төҙөкләндергәйне. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороусы ҡоралламалар ҡуйылды. #миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары

Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы милли проекттың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһында ҡатнашып 13 автомобиль юлдарын яңыртты һәм «Каустик» туҡталышы эргәһендәге юл аҫты йәйәүлеләр үткәлешен төҙөкләндергәйне. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороусы ҡоралламалар ҡуйылды, тип хәбәр итә АШҠАҘАР ГӘЗИТЕ.
Быйыл да был эштәр дауам итәсәк, милли проект ярҙамы менән 13 автомобиль юлы ремонтланасаҡ, эшләнәсәк юлдарҙың оҙонлоғо 15,486 саҡырым тирәһе буласаҡ.
Милли проект буйынса эшләнгән бар юлдарҙа ла «Superpave» технологияһы ҡулланыла. Шулай уҡ былтырғы кеүек 11 яңы сфетофор һәм юл ҡағиҙәләрен күрһәтеүсе 248 билдә ҡуйыласаҡ.
Әлеге мәлдә Ильич - Суханов - Стәрлебаш тракты киҫелештәрендә һәм Коммунистик- Ҡаранай Моратов – Объездной урамдары киҫелешендә реконструкция башланған, унда ҡулсалар төҙөләсәк.
Фотоһүрәттә: Милли проект буйынса эшләнгән юлды ҡабул итеү. 2019 йыл.
Читайте нас: