-Уҡытыу дистанцион алып барыласаҡ. Курстар тыңлаусыларына өс программа тәҡдим ителә: актерлыҡ оҫталығы, сәхнә һүҙе һәм сәхнәлә хәрәкәтләнеү буйынса. Һәр программаның күләме – 16 академик сәғәт, - тип һөйләйҙәр БР Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.