2024 йылда Башҡортостандың һәр ауыл-ҡалаһында тѳрлѳ спорт объекттары, физик мѳмкинлектәрҙе тест буйынса һынау үҙәктәре буласаҡ, тип планлаштырыла, ә спорт ѳлкәһендә эшләүселәр иһә яңы белемдәр аласаҡ, квалификацияһын күтәрәсәк.
“Спорт - йәшәү нормаһы” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан тѳбәктәге 63 муниципаль берәмек менән килешеү тѳҙѳлѳп, саралар планы, нәтижәлелек күрһәткестәре раҫланды. Башҡортостанға проект ѳсѳн федераль бюджеттан 1543,87 млн. һум аҡса бүленгән; спорт ҡорамалдары һәм инвентарҙәре алыу йәһәтенән дәүләт контракттары тѳҙѳлгән. Проект карантин шарттарында ла онлайн-дәрестәр аша тормошҡа ашырылыуын дауам итә.