Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Апрель 2020, 10:00

Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе грантҡа лайыҡ булды

125 еңеүсе мәктәп араһында Маҡарҙар Башҡортостандан үҙҙәре генә үткән. Конкурста ҡатнашыу өсөн математика, информатика һәм технология дәрестәрен өйрәнеү тәрәнәйтелгән булыуы һәм ошо дисциплиналарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре төп шарт булған. 6 миллион һумлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән. Аҡса мәктәп өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар алыуға һәм уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты грантына лайыҡ булды.
125 еңеүсе мәктәп араһында Маҡарҙар Башҡортостандан үҙҙәре генә үткән. Конкурста ҡатнашыу өсөн математика, информатика һәм технология дәрестәрен өйрәнеү тәрәнәйтелгән булыуы һәм ошо дисциплиналарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре төп шарт булған. 6 миллион һумлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән. Аҡса мәктәп өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар алыуға һәм уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк.

Был яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, хәҙер уҡыусыларҙа Ворлдскиллс стандарттары буйынса юниорҙар чемпионаттарында һәм демонстрация имтихандарында ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ.

“Был проект уҡыусыларға предмет олимпиадаларында, ғилми конференцияһында информация технологиялары өлкәһендәге ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ. Иң яҡшы уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың (райондың ауыл мәктәптәренән 30 кеше) – бәйгеләрҙә ҡатнашҡан һәм еңгәндәрҙең Мәскәү ҡалаһына белем биреүсе экскурсияға барыуы планлаштырыла. Ул 2021 һәм 2022 йылдарҙың ҡышҡы һәм 2021 йылдың йәйге каникулдары осоронда үткәреләсәк. Проекттың тағы бер мөһим этабы – һанлы технологиялар өлкәһендә талантлы балаларға ярҙам итеү өсөн остаздар һәм уҡытыусылар командаһын булдырыу”, – тип яҙҙы ул.

Белеүебеҙсә, “Һанлы иҡтисад” милли проекты 12 өҫтөнлөклө йүнәлештең береһе һаналып, уның дөйөм финанслау күләме 1,5 триллион һум тәшкил итә.

Автор: Альфия Мингалиева

Фото: youtube.com

Читайте нас: