-Комплекстың дөйөм майҙаны 3087,4 квадрат метр. Бинала 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт йөҙөү юлы булған бассейн да урынлашҡан. Шулай уҡ проектта спорт залы, тренер бүлмәһе, сисенеү бүлмәләре, вестибюль төркөмдәре, башҡа ярҙамсыл биналар ҙа ҡаралған. Объект халыҡтың әҙ хәрәкәтләнеүсән төркөмдәре өсөн дә уңайлы буласаҡ: бассейнға гидравлик күтәргес ҡуйыу ҡаралған, пандустар ҡуйылған, - тип билдәләйҙәр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Спорт объектын файҙаланыуға 2020 йылдың икенсе кварталы аҙағында тапшырырға ниәтләйҙәр. Төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланған тиерлек, әле спорт йыһаздары ҡуялар. Шул уҡ ваҡытта бөтә системаларҙы тестлау бара.