Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Апрель 2020, 10:00

Стәрлетамаҡта Сакко һәм Ванцетти урамында яңы һигеҙ ҡатлы торлаҡ йорт төҙөйәсәктәр

Стәрлетамаҡта Сакко һәм Ванцетти урамында – үҫешкән инфраструктуралы районда – 126 фатирға иҫәпләнгән яңы һигеҙ ҡатлы торлаҡ йорт төҙөйәсәктәр. Йорт эргәһендә бер нисә мәктәп, балалар баҡсаһы, сауҙа үҙәктәре бар. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитетында белдерәләр. Был төбәктә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.#МиллиПроекттарБашҡортостан

Стәрлетамаҡта Сакко һәм Ванцетти урамында – үҫешкән инфраструктуралы районда – 126 фатирға иҫәпләнгән яңы һигеҙ ҡатлы торлаҡ йорт төҙөйәсәктәр. Йорт эргәһендә бер нисә мәктәп, балалар баҡсаһы, сауҙа үҙәктәре бар. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитетында белдерәләр.
Был ДОМ.РФ банкының торлаҡ төҙөү өсөн “Жилье Плюс” махсуслаштырылған төҙөүсегә кредит линияһын асыу арҡаһында мөмкин булды. Проектты финанслауға 218 млн һум бүлгәндәр. Объектты 2021 йылдың уртаһында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
ДОМ.РФ-тың вице-президенты Анна Авдокушина банк ярҙамында төбәктә инде ярты миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлөүен билдәләй.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөнөң яңы моделенә күсеү буйынса лидерҙар араһында. Был төбәктә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Фото https://building.bashkortostan.ru/ сайтынан.
Читайте нас: