“Әле әҙерлек эштәре бара, иҫкәртеүсе юл билдәләре ҡуйыла, соҡорҙар ямала”, - ти эшселәр бригадаһы етәксеһе Вадим Лобанов.
Барлыҡ ремонт эштәре юл мастеры Салауат Халитов етәкселегендә башҡарыла. Оҫталар Рәмил Ҡаҙаҡбаев, Артур Лобанов, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Айҙар Хәкимов, Сибәғәт Әхмәтғәлин, Фазыл Мостафин һәм башҡалар килеп тыуған киҫкен хәлде аңлап, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, хеҙмәтен дауам итә.
Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта республика етәкселеге тарафынан юлдарҙы яҡшыртыуға иғтибар көсәйҙе. Тимәк, һөҙөмтә лә яҡшы буласаҡ.