Балалыҡты, әсәлекте яҡлау өлкәһендә наградалар күп, ә был республикала булдырылған тәүге награда атайҙар өсөн. Тик ыңғай миҫалдарҙа ғына ғаиләнең ҡиммәтен күрһәтергә, киләсәк быуынды тәрбиәләргә мөмкин, тип иҫәпләй яңы йәмәғәт наградаһын булдырыусылар, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН. “Демография” милли проектына ярашлы, бала үҫтергән ғаиләләрҙе финанс яғынан дәртләндереү, тормош сифатын яҡшыртыу, атай-әсәйҙәрҙең абруйын күтәреү төп мәсьәләләрҙең береһе. Был лайыҡлы бүләккә кем дәғүә итә ала?
Башҡортостанда кәм тигәндә биш йыл йәшәгән, балаларына яҡшы тәрбиә биргән, ул-ҡыҙҙары тормошта ҡаҙаныштарға өлгәшкән, батырлыҡ күрһәткән ир-ат уға һис һүҙһеҙ лайыҡ.
”Атай батырлығы”на дәғүә итеүселәр һеҙҙең коллективта була ҡалһа, ашығығыҙ, награданы юллау өсөн Йәмәғәт советына йәки ғаилә йәшәгән муниципалитетҡа мөрөжәғәт итегеҙ. Награда материалдары электрон йәки ҡағыҙ рәүешендә Йәмәғәт палатаһы Аппаратында ошо йылдың 15 апреленә тиклем ҡабул ителә. Һорауҙарығыҙ менән ошо телефонға шылтыратығыҙ:
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.