Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Апрель 2020, 09:00

Башҡортостан спортсылары һәм тренерҙары көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем онлайн зарядка үткәрә

Өфөнән рапирасы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, донъя һәм Европа чемпионы Анастасия Иванова, шулай уҡ рапирасы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа команда беренселеге чемпионы Аделина Заһиҙуллина һәм башҡалар был акцияны үткәреүҙә ҡатнаша.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Өфөнән рапирасы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, донъя һәм Европа чемпионы Анастасия Иванова, шулай уҡ рапирасы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа команда беренселеге чемпионы Аделина Заһиҙуллина һәм башҡалар был акцияны үткәреүҙә ҡатнаша, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
9 апрелдә иһә грэпплинг буйынса донъя чемпионатында алдынғы урындар яулаған, самбо, джиу-джитсу һәм дзюдо буйынса күп тапҡыр Европа һәм Рәсәй чемпионы Яна Шорохова һеҙҙе сәләмләйәсәк. Онлайн зарядканы "Инстаграм"да тура эфирҙа ҡарағыҙ: https://www.instagram.com/yana.shorokhova/
Ә 10 апрелдә билдәле мотоуҙышсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, шәхси иҫәптә – һигеҙ, команда иҫәбендә 12 тапҡыр донъя чемпионы, бихисап тапҡыр Рәсәй чемпионы Николай Красников онлайн зарядка ойошторасаҡ. Был сара ла шулай уҡ "Инстаграм"да тура эфирҙа үтәсәк (https://www.instagram.com/krasnikov_001/).
5 апрелдә башланған был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Демография” милли проекты сиктәрендә бара.
Фото: bash.news
Читайте нас: