Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Апрель 2020, 10:00

2021 йылға тиклем Рәсәй мәктәптәрен киң һыҙатлы интернетҡа тоташтырасаҡтар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында «Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы 2021 йылға тиклем Рәсәй мәктәптәрен киң һыҙатлы интернетҡа тоташтырасаҡтар. Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумихин әйтеүенсә, был иң сифатлы интернет буласаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында «Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы 2021 йылға тиклем Рәсәй мәктәптәрен киң һыҙатлы интернетҡа тоташтырасаҡтар.

Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумихин әйтеүенсә, был иң сифатлы интернет буласаҡ. Ҡала мәктәптәрендә ул секундына – 100, ауылдарҙа 50 мегабит тиҙлек менән эшләйәсәк. Был эш 2021 йылда тамамланырға тейеш.

Бөгөнгө көндә 1318 мәктәптең бары тик 93-өндә генә интернет бар. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 1,8 триллион һум аҡса бүленәсәк.

Фото: zen.yandex.ru

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: