Ниһайәт, ауыл халҡына ҡыуаныслы хәбәр еткерелде: яңы мәктәп төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Белем усағын сафҡа индереү өсөн 300 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Төҙөлөш эштәре 2021 йылдың сентябрендә тамамланырға тейеш. Тимәк, тиҙҙән Иҫке Сибайҙа өр-яңы мәктәп үҙ ишеген асасаҡ.