Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Апрель 2020, 09:00

Күмертау ҡалаһы эшҡыуары Азамат Юлдыбаев металл каркастан тирмәләр эшләү менән мәшғүл

Студент йылдарында уҡ йүнсел егет интернет-магазин аса, уның шөғөлө ҙур ихтыяж менән файҙалана.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект бурыстарын үтәү маҡсатында, урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергән йүнселдәргә төрлө яҡлап булышлыҡ күрһәтелә, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Күмертау ҡалаһы эшҡыуары Азамат Юлдыбаев металл каркастан тирмәләр эшләү менән мәшғүл. Студент йылдарында уҡ йүнсел егет интернет-магазин аса, уның шөғөлө ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Азамат бер йыл тирәһе ялланып эшләй һәм үҙ эшен асыу кәрәклеген аңлай. 2016 йылда әсәһенең гаражында тирмәләр өсөн металл каркастар етештерә башлай, тышлыҡтарҙы оҫталарҙан заказ буйынса ҡайтарта. Тора-бара заказдары күбәйә, ассортимент та киңәйә. Йәш эшҡыуар сатырҙар, ярангалар ҙа етештерә башлай.
Читайте нас: