Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Апрель 2020, 09:00

2 500 граждан ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсереләсәк

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 2 500 гражданы ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсереләсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың 2 500 гражданы ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсереләсәк, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған һәм 2019 - 2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программа торлаҡҡа мохтаж булған ғаиләләргә 923 фатир биреү мөмкинлеген тыуҙырҙы. Был маҡсатты ғәмәлгә ашырыуға ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум бүленә. Аҡсаның күпселек өлөшөн (1 346,87 миллион һумды) Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды бүлә, 27,48 миллион һумды республика бюджеты бирә, тағы ла 274,84 миллион һумды муниципалитеттар тәьмин итәсәк.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, адреслы программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авария хәлендә тип танылған күп ҡатлы йорттар индерелгән - Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалаларында, шулай уҡ Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдары һәм ҡасабаларында.
Бындай программа республикала беренсеһе түгел, 2013 - 2017 йылдарҙа тормошҡа ашарылған ошондай уҡ сара һөҙөмтәһендә Башҡортостандың 24,5 мең кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡайны.
Читайте нас: