Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Апрель 2020, 10:05

Күмертау дауаханаһы заманса ҡорамалдар алды

Күмертау ҡалаһы үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһенә хирургия әмәлдәре өсөн ике "Armed" электрик һурҙырыу аппараты тапшырылды. 42 мең һумдан ашыу торған был ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн алынды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Күмертау ҡалаһы үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһенә хирургия әмәлдәре өсөн ике "Armed" электрик һурҙырыу аппараты тапшырылды. 42 мең һумдан ашыу торған был ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн алынды, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Хирургик һурҙырыу аппараты бындай дауаханаларҙа һулар һауалай кәрәк, ти табиптар. Ул организмда йыйылған шыйыҡлыҡты ғына түгел, ә газ һәм туҡыманы сығарыу өсөн дә ҡулайлы. Мәҫәлән, уны наркоз ваҡытында тын алыу юлдарынан физиологик һуттарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланалар. Шулай уҡ электрик хирургия аппаратын тын алыу юлдарын таҙартыу, йәрәхәттәрҙе эшкәртеү өсөн дә ҡулланалар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: