Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Март 2020, 09:00

Муниципаль моделле китапханалар булдырыуға конкурс иғлан ителде

2021 йылда муниципаль моделле китапханалар булдырыуға конкурс нигеҙендә һайлап алыу өсөн 23 марттан 9 апрелгә тиклем ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

2021 йылда муниципаль моделле китапханалар булдырыуға конкурс нигеҙендә һайлап алыу өсөн 23 марттан 9 апрелгә тиклем ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан.

Был сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Заманса моделле китапханалар интернет селтәре хеҙмәтенән файҙаланыу, "Милли электрон китапхана"ға инеү мөмкинлеге бирә. Китапханалар шулай уҡ элеккесә мәҙәни-ял итеү үҙәге булып ҡала, унда түңәрәктәр, секциялар эшләйәсәк, лекцияләр һәм осрашыуҙар үткәреләсәк. 2024 йылға тиклем республикала заманса типтағы 20 китапхана булдырыу планлаштырыла.

Былтыр конкурста ҡатнашыу өсөн илдең 78 төбәгенән 500 заявка бирелгән. Бында 52 төбәктән 110 китапхана еңеүгә өлгәшкән, шул иҫәптә Башҡортостан да бар. 2019 йылғы конкурс һөҙөмтәһе буйынса Благовар, Дүртөйлө һәм Туймазы райондарында өс моделле китапхана асыласаҡ. Китапханалар заманса интеллектуаль һәм белем биреү үҙәгенә әйләнәсәк. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса бүленә.

Бүленгән аҡса китапханаларҙы яңыртыуға һәм уларға мөһим идара итеү моделе индерергә йүнәлтеләсәк”, - ти БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Олеся Мельникова.

Читайте нас: