Шулай уҡ 25 мәктәпте төҙөкләндереү планлаштырыла. Был иһә белем алыусылар һанын 15 мең 800-ҙән 25 меңгә тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Булған биналарҙы төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү һөҙөмтәһендә Өфө мәктәптәрендә уҡыусылар урыны – 56 мең 501-гә, ә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре урындары 12 мең 600-гә күбәйәсәк. Бындай мәғлүмәттәрҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте килтерә.