Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Март 2020, 17:47

Башҡортостанда каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә республикала башлығы Радий Хәбиров әйтте.

Башҡортостанда каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә республикала башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Алдан 2 апрелдән мәктәптәрҙә алыҫтан тороп уҡытыу башлана тип белдерелгәйне. Кисә Рәсәй президенты үҙенең мөрәжәғәтендә 28 марттан 5 апрелгә тиклем илдә ял аҙнаһы булыуын иғлан итте. Шуға бәйле Башҡортостанда каникулдар графигына төҙәтмәләр индерелде.
«Каникулдарҙы оҙайтабыҙ. Балаларыбыҙ ваҡытын бушҡа уҙғармаһын тип уйлағайныҡ. Хәҙер уларҙың ата-әсәһе өйҙә булғас, аралашһындар әйҙә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙа ата-әсәһе киләһе аҙнала ла эшләүен дауам иткән балалар өсөн төрлө йәштәге дежур төркөмдәр ойошторола.
Фото: raduga.ucoz.ru
Читайте нас: