Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Март 2020, 09:00
Урман хужалығы министрлығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығына ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алынған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Ишембай районындағы Маҡар урман хужалығына ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алынған, тип хәбәр итә
БАШҠОРТОСТАН
.
Улар араһында һабан, культиватор, кәҫ аҡтарыу кеүек урман тергеҙеү техникаһы, “Беларусь-82.1” тракторы, тағылма, ҡыуаҡ ҡырҡҡыс, ағас әҙерләүгә тәғәйенләнгән “Харвестер Амкодор 2521”, “Форвардер Амкодор 2662-01” кеүек ҡеүәтле сит ил автомобилдәре бар.
Беҙ барғанда, Маҡар урман хужалығы Верхотор участкаһының диләнкәһендә эш ҡайнай ине. “Форвардер Амкодор 2662-01” автомобилендә оператор-машинист Айҙар Мөхәмәтйәнов ағас тейәй. Ул сығышы менән Кинйәбулат ауылынан, яңы техникала эшләргә саҡырғастар, ҡуш ҡуллап риза булған. “Урман хужалығы оператор-машинист һөнәренә уҡытты. Яңы техникала эшләүе рәхәт, йылы кабина, музыка, елләтеү системаһы кеүек бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Хеҙмәт хаҡына ла зарланмайым”, – ти Айҙар.
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?