Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Март 2020, 10:00

Башҡортостанда "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә

Быйыл медицина белгестәре бригадалары күсмә тикшереүҙәр менән республиканың бөтә районында ла буласаҡ. Ошо көндәрҙә табиптарҙың Дәүләкән районына барыуы көтөлә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Быйыл медицина белгестәре бригадалары күсмә тикшереүҙәр менән республиканың бөтә районында ла буласаҡ. Ошо көндәрҙә табиптарҙың Дәүләкән районына барыуы көтөлә, тип яҙа ЙӘШЛЕК.
23 - 27 мартта "табип десанты" Благовещенда эшләйәсәк. Артабан тикшереүҙәр майҙа дауам итеп, октябргәсә буласаҡ.
Табиптар алты йүнәлеш буйынса йөрөйәсәк. Теүәл генә маршруты һуңғараҡ хәбәр ителә. Был күсмә тикшереүҙәрҙә айырым иғтибар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: илдә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шулар араһындағы "Һаулыҡ һаҡлау" һәм "Демография" милли проекттары маҡсаттарына ирешеү өсөн иң тәү сиратта халыҡтың сәләмәтлегенә лә иғтибар бүлергә кәрәк.
Фото: БР Башлығы Хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас: