Машиналарҙы ҡулланыу маҡсаты ябай: улар полигондарға ҙур үлсәмле ҡалдыҡтар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Предприятиеның матбуғат секретары Андрей Яматин раҫлауынса, автопарк ошондай яңы техника менән даими тулыландырылып торасаҡ. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән тармаҡта ҙур үҙгәрештәр көтөлә: инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар индерелә, автомобиль паркы һәм башҡа ҡорамалдар яңыртыла.