Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Март 2020, 09:00

Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды

Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында райондың башҡа мәктәптәренән дә график буйынса уҡыусылар ҡабул ителәсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны.
“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы был ҡарарҙы ата-әсәләр ҙә, мәғариф тармағы коллективтары ла хуплап ҡаршы алды.
Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды, тип хәбәр итә Хәйбулла хәбәрҙәре. Стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер: сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Бында райондың башҡа мәктәптәренән дә график буйынса уҡыусылар ҡабул ителәсәк.
Ҙурайғас та тештәрең ебәк епкә теҙелгән кеүек һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.
Әйткәндәй, уҡыу йылы тамамланыуға тиклем райондың Йәнтеш һәм Бүребай мәктәптәрендә лә стоматология кабинеттары асыу ҡаралған.
Читайте нас: