Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Март 2020, 09:00

Йәш әсәләр яңы һөнәргә өйрәнә

Республикала йәш әсәләргә яңы һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге булдырылды. Был “Демография” милли проекты сиктәрендә “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам, өс йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә мәғариф шарттары булдырыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикала йәш әсәләргә яңы һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге булдырылды. Был “Демография” милли проекты сиктәрендә “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам, өс йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә мәғариф шарттары булдырыу” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Уҡытыуҙы ойоштороусы учреждениеларға субсидиялар биреү тәртибе раҫланған. Субсидияларҙы юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа алырға мөмкин. Был маҡсатҡа йыл һайын 74,1 миллион һум аҡса бүленә, уның 72,6 миллионы – федераль бюджеттан, 1,5 миллионы – республика бюджетынан.

Алдағы биш йылда декрет ялындағы 1,3 мең әсә квалификацияһын күтәреү һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Йәш әсәләр араһында иң популяр һөнәрҙәр – ашнаҡсы, кассир, кондитер, ландшафт дизайнеры, һатыусы һәм парикмахер. Уҡыу ваҡыты – өс ай, уҡыған һәр әсә өсөн сығым 46,3 мең һум тәшкил итә.

Программаның әһәмиәте тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бына нимә тип яҙа: Бала ҡарап өйҙә ултырған күпселек йәш әсәләрҙең үҙ компетенцияларын юғалтыуы сер түгел. Отпускынан һуң уларға эшкә өйрәнеп китеүе ауырға тура килә. Программа был тәңгәлдә уларға ярҙам итеү өсөн уйлап табылған. Һәр кем үҙе теләгән белгеслек буйынса уҡый ала. Һөнәрең буйынса квалификацияны күтәрергә лә, башҡа һөнәргә өйрәнергә лә мөмкин. Уҡығанда минималь эш хаҡы күләмендә стипендия түләнә – 13,9 мең һум. Был да йәш әсәләр өсөн бер аҙ ярҙам булып тора”.

Фото: si74.ru

Читайте нас: