Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Март 2020, 09:00

«Башавтотранс» автопаркы яңы автобустар менән тулыланды

“Башавтотранс” автопаркына “Форд Транзит” маркалы комфортлы автобустарҙың өр-яңы 40 тәүге партияһы килде.Уңайлы автобустар Башҡортостан райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башавтотранс” автопаркына “Форд Транзит” маркалы комфортлы автобустарҙың өр-яңы 40 тәүге партияһы килде.Уңайлы автобустар Башҡортостан райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

- Автобустар пассажирҙар өсөн уңайлы, йомшаҡ креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, кондиционер, ГЛОНАСС спутник навигацияһы системаһы, тахографтар менән йыһазландырылған. Был тәүге партия автобустар Стәрлетамаҡ, Ишембай, Благовещен, Раевка, Дәүләкән, Саҡмағош, Архангель райондарына йөрөйәсәк. Быйыл 527 ҙур һәм бәләкәйерәк автобустар һатып алырға ниәтләйбеҙ. Беҙҙең һорау буйынса автобустарҙа пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн юғары полкала багаж урындары һәм һәр креслоға индивидуаль яҡтыртҡыстар урынлаштырыла, - тиреспублика Башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, республикала автобустарҙа йөрөүселәр һаны арта. Үткән йылда “Башавтотранс” 402 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән, был 2018 йылға ҡарағанда 6 миллионға күберәк. Ғинуарҙа ла 11 процентҡа үҫеш күҙәтелә.

- Йәмәғәт транспорты менән халыҡты хеҙмәтләндереү күп яҡлы эш. Ул хәрәкәт составын һәм маршрут селтәрен яңыртыуҙы ла үҙ эсенә ала. Быйыл 500-ҙән ашыу автобус һатып алырға планлаштырабыҙ, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һәм яңы автобустарҙан асҡыстар тапшырҙы.

Фото: www.facebook.com/radiyhabirov

Читайте нас: