Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Март 2020, 09:00

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһы һәм дөйөм милләт ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы проектының төбәк этабы Өфөлә үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалында ҡатнашыусылар әҙерләгән туризм өлкәһендәге проекттарҙы тәҡдим итеүҙә ҡатнашты. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалында ҡатнашыусылар әҙерләгән туризм өлкәһендәге проекттарҙы тәҡдим итеүҙә ҡатнашты. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһы һәм дөйөм милләт ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы проектының төбәк этабы Өфөлә үтте. Бында Рәсәйҙең 12 төбәгенән 89 ҡатнашыусы туризм өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итте. Улар араһында Башҡортостандан 42 конкурсант бар. Шулай уҡ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән, Татарстандан, Пермь крайынан, Тула, Төмән, Ҡурған, Киров, Свердловск, Силәбе һәм Волгоград өлкәләренән коллективтар үҙ проекттарын әҙерләгән.

Башҡортостан Башлығы презентация майҙансыҡтарының береһендә булып, конкурсанттарҙыңтуризм өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ башланғыстарын юғары баһаланы.
- Бе
ҙ Башҡортостанда һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙы хөрмәтләпҡаршы алырға яраттыҡ. Һуңғыйылдарҙа быны системаға һалырға тырышабыҙ. Туризм - иҡтисадтың иң мөһим тармаҡтарының береһе, уның потенциалы ҙур. Шуға күрә һеҙҙең проекттар һәм тәҡдимдәр беҙҙең өсөн бик тә әһәмиәтле. Улар беҙгә тулы бер комплекслы мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк, - тине Радий Хәбиров. - Беҙбыл өлкәлә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ, шул иҫәптән музей комплекстарын төҙөү, туристик инфраструктура булдырыу, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһен үҫтереү. Беҙ ошо йүнәлештәэшләргә теләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙербеҙ: ер участкалары бүлеп бирергә, кәрәкле коммуникациялар үткәрергә, башҡа төр ярҙам күрһәтергә.
Шуға ла республика Башлығы, ярым финал этабында еңеүсе Башҡортостанда үҙ проектын тормошҡа ашырырға теләһә, республика грантын аласаҡ, тип белдерҙе.


Шулай уҡ Радий Хәбиров республиканың һөнәри уҡыу йорттары базаһында туризм өлкәһендә кадрҙар әҙерләү өсөн уҡытыу программаларын булдырыукәрәклеге тураһында әйтеп
үтте.
Фото: glavarb.ru

Читайте нас: