Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Март 2020, 09:00

“Фән” милли проекты – заман талабы

Илебеҙҙә технологик үҫеште тәьмин итеүҙә “Фән” милли проекты иң уңышлыларҙан иҫәпләнә. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Илебеҙҙә технологик үҫеште тәьмин итеүҙә “Фән” милли проекты иң уңышлыларҙан иҫәпләнә. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе.
Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Проект эшмәкәрлеге департаменты директоры Андрей Зарубин билдәләүенсә, “Фән” милли проекты сиктәрендә инжиниринг үҙәге селтәре төҙөү күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, былтыр ошо тармаҡтан килгән табыш 1,9 миллиард һумды тәшкил иткән. Инжиниринг үҙәге төҙөлгәндән һуң 2 414 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән, 1 800 белгес инженер-техник йүнәлештә.
Шул иғтибарға лайыҡ, инжиниринг үҙәге “Киберсердце” программа-аппарат комплексын булдырған. Ул нимәнән ғибәрәт? Бынан ары йөрәк-ҡан тамырҙары ауыыруҙарын диагностикалау, кардиомодель ярҙамында һәр пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтеү юғары кимәлдә башҡарыласаҡ.
Медицина фәндәре кандидаты Фәтхулла Аҫылгәрәевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Фән” милли проекты – заман талабы, ул был башланғысҡа ҙур өмөттәр бағлай.
– Прогресты туҡтатыу мөмкин түгел, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Илдәр араһында конкуренция шул тиклем көслө, улар араһында юғалып ҡалмау өсөн “Фән” милли проекты локомотив ролен үтәй.
Читайте нас: