Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Март 2020, 09:00

"Сәләмәт йылмайыу" проекты эшләй башланы

Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған 12 милли проекттың араһында "Һаулыҡ һаҡлау" тигәне лә бар. Уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн балалар сәләмәтлегенә лә ҙур иғтибар бирелә. Тап шуның өсөн Башҡортостан Башлығы иницитативаһы менән "Сәләмәт йылмайыу" проекты эшләй башланы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған 12 милли проекттың араһында "Һаулыҡ һаҡлау" тигәне лә бар. Уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн балалар сәләмәтлегенә лә ҙур иғтибар бирелә. Тап шуның өсөн Башҡортостан Башлығы иницитативаһы менән "Сәләмәт йылмайыу" проекты эшләй башланы.
Ул, балаларҙың тештәрен һаҡлау һәм дауалауҙы иҫәпкә алып, мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыуҙы күҙ уңында тота.
Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, район үҙәге Мораҡта махсус кабинет асылған да инде.
Башҡорт гимназияһында теш табибы кабинеты эш башлаған. Ул тейешенсә йыһазландырылған һәм уҡыусыларға бик уңайлы.
"Бында ҡарау һәм профилактика үткәреү өсөн бөтә мөмкинлек бар. Балалар уҡыу процесынан айырылмай ғына тешен тикшертә ала һәм улар педагогтарҙың да, табиптың да даими күҙәтеүендә. Балалар стоматология кабинетына нимә кәрәк, бында барыһы ла бар. Иң мөһиме - балалар ауырымаһын, тештәре лә һау булһын", тип яҙған район етәксеһе.
Фото: vk.com (Ғайса Янбаевтың шәхси битенән).
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: