Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Март 2020, 09:00

БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев төбәк операторҙары менән кәңәшмә үткәрҙе

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Премьер-министр урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үткәргән видеоконференцияла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең “Экология” милли проектына ярашлы булдырылған яңы системаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Премьер-министр урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үткәргән видеоконференцияла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең “Экология” милли проектына ярашлы булдырылған яңы системаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Төбәк операторҙары контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сар сығарыу барышы, был эштең даими башҡарылыуына фототеркәү ойоштороу тураһында отчет бирҙе. Андрей Назаров 16 мартҡа тиклем фототеркәү барышын тулы әҙерлек хәленә килтерергә ҡушты. Кәңәшмәлә шулай уҡ ойошмалар менән килешеү төҙөү мәсьәләһе лә тикшерелде.
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү бәләкәй эшҡыуарлыҡтың хәленән килерлек булһын, – тине Андрей Назаров. – Әле саҡ башланып торған эште ҙур хаҡтар менән "ҡурҡытырға" ярамай.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас: