Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Март 2020, 09:00

Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары бәйгегә сыға

12-13 марта Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының - “Рәсәй мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милләт берлеге проекты - республика ярым финалы үткәрелә. Бында Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

12-13 марта Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының - “Рәсәй мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты һәм Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милләт берлеге проекты - республика ярым финалы үткәрелә. Бында Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар туризм өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Бында танылған рестораторҙар, отельерҙар һәм идарасылар остаздары проектты тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, белем биреү сертификаттары һәм алдынғы туристик компанияларҙа эшләү өсөн көс һынашасаҡ. Шулай уҡ саҡырылған эксперттар менән ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы буйынса уҡытыу ҙа ойошторола.
Программала – флешмобтар, интеллектуаль уйындар, иҫтәлекле урындар буйынса экскурсиялар, “Оҫталар көрәше”, хатта журналистар өсөн дә ярыштар үткәреү ҡаралған. Сара “Crown Plaza” отелендә ойошторола.
Конкурста тәҡдим ителгән иң яҡшы проекттар ярҙам аласаҡ һәм Рәсәй төбәктәрендә бойомға ашырыласаҡ. Бәйге ноябрҙә башланып, бөтә Рәсәй буйынса дауам итә. Ҡатнашыу өсөн 20935 ғариза килгән. Апрелгә тиклем илдең туғыҙ төбәгендә ярым финалдар уҙғарыла. Бында еңеүселәр апрелдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” форумы сиктәрендә финал ярыштарында 50 призлы урын өсөн көрәшә. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты даирәһендә ойошторола.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән https://welcomecup.ru/ сайтында танышырға мөмкин.
Фото: rb7.ru
Читайте нас: