2024 йылға тиклем барлығы 20 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ, 20 ҡалала автотранспорт яңыртыу күҙ уңында тотола.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына 7 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Улар ҡала автобустары алыуға тотоноласаҡ. Уның яртыһын транспорт министрлығы, ҡалғанын Рәсәй лизинг компаниялары өҫтәйәсәк.
Рәсәй транспорт министрлығы программаны тағы киңәйтеүҙе тәҡдим итте. Ведомство белгестәре билдәләүенсә, юлдар барлығы 104 ҡалала төҙөкләндереләсәк, сағыштырмаса был төбәктәрҙә транспорт яңыртыу ҙа көн талабына әйләнә.
Шул уҡ ваҡытта бөтә төбәктәр ҙә автобустар паркын яңыртыу буйынса заявка бирмәгән. Әлеге ваҡытта барлығы илдең 85 төбәге араһында 57 ғариза бирелгән.