Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Март 2020, 09:00

“Йөрәк һүҙе” шиғриәт һөйөүселәре Талаҫҡа йыйылды

Стәрлетамаҡ районы Талаҫ ауылы мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҙур байрам – “Йөрәк һүҙе” шиғриәт һөйөүселәр конкурсы үтте һәм “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансыҡтары ойошторолдо. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡ районы Талаҫ ауылы мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҙур байрам – “Йөрәк һүҙе” шиғриәт һөйөүселәр конкурсы үтте һәм “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансыҡтары ойошторолдо, тип хәбәр итә Ашҡаҙар гәзите.
Районыбыҙҙа был сара беренсе тапҡыр үткәрелде. Сарала Өфөнән килгән ҡунаҡтар – башҡорт журналисы, яҙыусы, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире, РФ һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире Венер Айҙар улы Исхаҡов һәм Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы, филология фәндәре кандидаты Илүзә Рәис ҡыҙы Ҡарағолова ҡатнашты.
Конкурс киләсәк быуынға ил, тел ҡәҙере тәрбиәләү, Тыуған илебеҙгә һөйөү, яҡлау, һаҡлау тойғоларын үҫтереү, нәфис һүҙ оҫталығына өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо. Шиғриәткә ғашиҡ булған бәйгеселәребеҙҙең йөрәк һүҙҙәре һуғыш йылдарында күрһәткән халҡыбыҙ ҡаһарманлығы, һуғыш еле ҡағылған яҙмыштар, яуҙа ятып ҡалған һалдаттар, тол ҡатындар, атайһыҙ үҫкән балалар, “өс мөйөшлө” хаттар, ил өҫтөнә төшкән ауыр һынау, юғалтыуҙар һәм табыштар, мөхәббәт һәм хыянат, ветерандарыбыҙ яҙмышы һәм оло шатлыҡ – Бөйөк Еңеү темаларына бағышланды. Тамашасылар һәр кемдең сығышын тулҡынланып тыңлап ултырҙы. Шиғырҙар башҡорт, рус һәм татар телдәрендә яңғыраны. Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Уҡытыусы-уҡыусы”, “Уҡыусы-уҡыусы”, “Ата-әсәй-бала”, “Уҡытыусы”, “Уҡыусы” номинациялары буйынса баһаланды.
Читайте нас: