Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Март 2020, 09:00

Министр Борис Беляев район һәм ҡала етәкселәре менән уҙғарған видеоконференция ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙәге проблемаларға арналды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципалитет етәкселәре менән уҙғарған видеоконференция ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙәге проблемаларға арналды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципалитет етәкселәре менән уҙғарған видеоконференция ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙәге проблемаларға арналды, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникация буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская халыҡтың социаль селтәрҙә “сүп-сар реформаһы” мәсьәләләре буйынса ялыуҙарына күҙәтеү яһаны. Төбәк операторҙары контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу барышын фототеркәү тураһында отчет яһаны. Был эштәге мониторингтың автоматик системаһын булдырыу ҙа дауам итә. Система тулыһынса 16 марттан эшләй башлаясаҡ.
Кәңәшмәлә ойошмалар менән килешеү төҙөү мәсьәләләре лә тикшерелде. Бөгөн төбәк операторҙары менән быйылғы эшмәкәрлек буйынса 20 426 килешеү төҙөлгән, был республикалағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙарҙың 50 процентын тәшкил итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас: