Ведомство белгестәре 1114 ҡала мөхите торошо индексын иҫәпләгән. Ҡалабыҙ үҙ төркөмөндә 188 балл менән 27-се баҫҡыста килә. Стәрлетамаҡта торлаҡ һәм эргә-тирәһендәге урындар, йәмәғәтселек- эшлекле инфраструктура һәм эргә-тирәһендәге урындар, дөйөм ҡала ерҙәре буйынса иң күп балл йыйылған. Ҡала мөхите 36 критерий буйынса, йәғни хәүефһеҙлеккә, уңайлылыҡҡа, экологияға һәм сәләмәтлеккә, оҡшашлыҡҡа һәм төрлөлөккә, замансалыҡҡа һәм идара итеүҙең әһәмиәтлелегенә ҡарап баһаланған.