2020 йылда Башҡортостанға МСП Корпорацияһы стратегик сессиялар сиктәрендә 5 млрд һум тирәһе аҡса йәлеп итергә ниәтләй. 2019 йылда төбәккә йәлеп ителгән саралар суммаһы 2,7 млрд һум тәшкил итте, тип иҫкә төшөрҙө Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхутдинов Рәсәй сәнәғәт форумында.
Шулай уҡ ул республикала беренсе сессия- апрелдә, икенсеһе сентябрҙә -октябрҙә уҙасағын хәбәр итте. Депутат әйтеүенсә, милли проект старт алыу менән уға үҙгәрештәр индереү ҡаралған.