Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Март 2020, 09:00

«Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты 86,8 процентҡа үтәлгән

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренә буйынса, «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты өс төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла: «Республикала йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондыныңтотороҡло кәмеүен тәьмин итеү», «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» һәм «Башҡортостан торлағы» проекттары. Тәүге ике проект буйынса 2019 йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренә буйынса, «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты өс төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла: «Республикала йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондыныңтотороҡло кәмеүен тәьмин итеү», «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» һәм «Башҡортостан торлағы» проекттары.
Тәүге ике проект буйынса 2019 йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. Өсөнсөһө буйынса төп күрһәткес торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға бәйле. 2,7 миллион квадрат метр план күрһәткесе 86,8 процентҡа үтәлгән. Бының сәбәбе – халыҡта һатып алыу ихтыяжының кәмеүе, тип билдәләй белгестәр. Хөкүмәт вице-премьеры Рәиф Әбдрәхимов коллегияла, торлаҡ тапшырыу буйынса план күрһәткестәрен Рәсәй Президенты билдәләне, уларҙы бер кем дә ғәмәлдән сығара алмай, тине. Ул шулай уҡ «Третий трест», «Первый трест», КПД кеүек эре төҙөлөш ойошмаларына 2024 йылға тиклем торлаҡ тапшырыу планына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте һәм ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Читайте нас: