Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Февраль 2020, 09:00

2019 йылда Башҡортостанда бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 2,37 млн. квадрат метр майҙанлы торлаҡ файҙаланыуға индерелгән

Торлаҡ төҙөлөшө күләме республикала йылына 3,7 процент тәшкил итте. Дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 5 процентҡа артты. Торлаҡ төҙөү буйынса республикабыҙ Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде һәм Волга буйы округында икенсе урында тора. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты өс төбәк проекты - “БР-ла йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу”, “БР ипотекаһы” һәм “БР торлағы” төбәк проекттары сиктәрендә бойомға ашырылыуын әйтте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Торлаҡ төҙөлөшө күләме республикала йылына 3,7 процент тәшкил итте. Дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 5 процентҡа артты. Торлаҡ төҙөү буйынса республикабыҙ Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде һәм Волга буйы округында икенсе урында тора. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты өс төбәк проекты - “БР-ла йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу”, “БР ипотекаһы” һәм “БР торлағы” төбәк проекттары сиктәрендә бойомға ашырылыуын әйтте.
Төҙөлөш ведомствоһы башлығы билдәләнгән маҡсаттарға етергә ҡамасаулаусы ҡаршылыҡтарҙы атаны.
Эксперттар шулай уҡ халыҡтың һатып алыу һәләтенең түбәнәйеүен, өлөшсөләрҙе йәлеп итеү шарттарының ҡатыланыуын билдәләне.
Төҙөлөш кураторы былтыр тармаҡ яҡшы эшләне, әммә милли проекттар күрһәткестәрен башҡарыу мотлаҡ тине.
Читайте нас: