Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Февраль 2020, 09:00

Сибай туңдырмаһы һатыуға сыға

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән үткән кәңәшмәлә был юлы былтыр асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырыу буйынса проект ҡаралды. Проект авторы – Ғәлимә Алтыншина.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән үткән кәңәшмәлә был юлы былтыр асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырыу буйынса проект ҡаралды. Проект авторы – Ғәлимә Алтыншина.
- Мин өс бала тәрбиәләйем, улар тәмлекәстәр ярата, - тип башланы үҙ проектын яҡлауҙы Ғәлимә Марат ҡыҙы. – Тик һатыу нөктәләрендә уларҙың бик аҙ булыуы күҙгә ташлана, булһа ла барыһы ла бер үк төрлө. Шуға күрә мин үҙемдең туңдырмаларға яңы һулыш бирергә теләйем, уларға төрлө ҡушылмалар өҫтәп, тәмле һәм сифатлы итергә хыялланам.
Әле эшҡыуар туңдырманың төрлө төҫтәге һәм тәме буйынса 30 төрлөһөн тәҡдим итә. Бигерәк тә сейә, көртмәле, арбуз, еләк тәме ҡушылғандары балалар һәм ололар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Кескәйҙәргә “бабл-гам” һағыҙ тәме сыҡҡандары оҡшай. Ғәлимә Алтыншина артабан продукцияһын етештереүҙе киңәйтеү һәм арттырыу, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорай.
Читайте нас: