Хужалык етәксеһе Раил Фәхрисламов белдереүенсә, Даниянан килтерелгән "голштин" тоҡомло таналар Әбйәлил ерен үҙ иткән. Әле таналарҙың быҙаулаған осоро, бөтәһе 170 быҙауҡай алынған инде.
Яҡты һәм йылы бинала ҡара-сыбар малҡайҙарға бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техникаһы таҙарта. Яңы сафҡа ингән комплекста бөтәһе алты робот урынлаштырылған. Әле уларҙың 4-һе көн дауамында 200-гә яҡын тананы һауып өлгөрә. Робот һыйыр һауа, робот аҙыҡ тарата, робот аҫтын таҙарта, тип әйтергә генә ҡала...