Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Февраль 2020, 09:00

МИЛЛИ ПРОЕКТ: СПОРТ ЙӘШӘҮ НОРМАҺЫ БУЛАСАҠ!

Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проекты балалар тыуыуҙы хәстәрләү йүнәлешенән генә тормай, беләһегеҙ. Уның биш федераль проекты бар. Шул иҫәптә "Спорт - йәшәү нормаһы" тигәне лә әҙерләнгән. Барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫлашайыҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проекты балалар тыуыуҙы хәстәрләү йүнәлешенән генә тормай, беләһегеҙ. Уның биш федераль проекты бар. Шул иҫәптә "Спорт - йәшәү нормаһы" тигәне лә әҙерләнгән. Барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫлашайыҡ, йәғни.
Республиканың адреслы инвестиция программаһында ла спортҡа ҙур иғтибар бирелгән. "Физкультура һәм спорт" программаһы буйынса бер нисә проектты ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ.
Өфөнөң Ағиҙел биҫтәһендә гимнастика үҙәге төҙөүгә алдағы ике йылға 771 миллион һум аҡса һалынасаҡ. Уның ҙур ғына суммаһы федераль ҡаҙнанан алына.
Ябыҡ футбол манежы төҙөү өсөн 617 миллион һум бүленә. Был сумма өс йылға тәғәйенләнгән. Уның 473 миллион һумы - үҙәк ҡаҙнанан. "Нефсте" стадионы биләмәһендә булыр тип күҙаллана.
Инорс биҫтәһендә ишкәкле слалом (гребной слалом) өсөн канал төҙөү проектына 2022 йылда 345 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Был сумманың 230 меңе - үҙәктән, 115 мең һумы республика бюджетынан йүнәлтелә.
Программала шулай уҡ 3,58 миллиард һум спорт көрәше үҙәге төҙөүгә аҡса һалыу ҡаралған. Уныһын республика ҡаҙнаһы үҙе күтәрәсәк. Объектҡа аҡса йүнәлтеү өс йылға иҫәпләнгән.
Фото: "Башинформ" (буласаҡ манеж макеты).
Читайте нас: