Ул республикабыҙ территорияһында етештерелгән әҙер продукцияны (тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр) экспортлау менән шөғөләнеүсе юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында үткәрелә. Конкурс экспорт эшмәкәрлеге һәм тышҡы баҙарҙарҙа тауар етештереүселәр продукцияһының көнәркәшлеккә һәләтлелеген, шулай уҡ уларҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген баһалау абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Унда ҡатнашыусылар бер нисә критерий буйынса баһаланасаҡ. Унда продукция экспортлауҙың йыллыҡ күләме, ташыу юлы, географияһы, номенклатураһы, шулай уҡ күргәҙмә- йәрминкә сараларында һәм Рәсәй Халыҡ-ара күргәҙмәләрендә һәм сит илдә ҡатнашыуы ла инә.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2020 йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса +7(347)280-87-17 (эре бизнес вәкилдәре өсөн) һәм экспортҡа ярҙам үҙәгенә+7 (347) 246-68-16 (кесе, урта эшҡыуарҙар вәкилдәре өсөн) телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.