Мораҙым
+18 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Февраль 2020, 09:00

Милли проект: Бюджет урындары артасаҡ

БР Башлығы Радий Хәбиров бер нисә көн элек Мәскәүҙә Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында, шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Ил Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән саралар иҡтисад һәм социаль тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү йүнәлешендә төбәктәр ролен күтәреү һорауҙарына арналды. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

БР Башлығы Радий Хәбиров бер нисә көн элек Мәскәүҙә Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында, шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Ил Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән саралар иҡтисад һәм социаль тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү йүнәлешендә төбәктәр ролен күтәреү һорауҙарына арналды.
Владимир Путин билдәләүенсә, юғары мәктәп системаһы йүнәлешендәге иң көнүҙәк һорау мәғариф ресурстарының тәү сиратта Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында, был тотош Рәсәй биләмәһен тиң үҫтереү йәһәтенән уйланырға мәжбүр итә.

– 2021 йылдан башлап даими рәүештә бюджет урындарын арттырасаҡбыҙ. Иғтибар иң тәүҙә заманса белемле кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән төбәктәргә бүленәсәк. Алдағы дүрт йылда ошо маҡсатҡа 70 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был ғына аҙ. Шуға ла Хөкүмәткә төбәктәрҙәге юғары белем биреү йорттарын модернизациялау өсөн комплекслы сараларҙы ғәмәлгә ашырыу күрһәтмәһен бирәм, – тине Президент.
Читайте нас: