Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Февраль 2020, 09:00

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре быйыл Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асыласаҡ

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты буйынса быйыл Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асыласаҡ. Яйлап төбәктең башҡа мәшғүллек үҙәктәрендә лә яңы эш стандарттары индереләсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты буйынса быйыл Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асыласаҡ. Яйлап төбәктең башҡа мәшғүллек үҙәктәрендә лә яңы эш стандарттары индереләсәк.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, шундай уҡ өс үҙәк Нефтекама, Мибай һәм Октябрьск ҡалаларында республика бюджеты иҫәбенә булдырыласаҡ. Шулай итеп, 2024 йылға төбәктә яңы форматтағы биш кадрҙар үҙәге буласаҡ.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының маҡсаты булып предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылға биш процентҡаса тиҙерәк арттырыу тора (2018 йылда 1,4 процент булған).
Яңылыҡ сығанағы: Рәсәй ТАСС мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: