2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин указына бәйле, “Тораҡ һәм ҡала мөхите” дәүләт программаһы сиктәрендә “Башҡорт ихаталары” проектын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Был аҡсаға республикала 390 ихата төҙөкләндереләсәк һәм ремонтланасаҡ. Йәғни 2600 эскәмйә, 2 мең урна, 2 меңдән ашыу яҡтыртҡыс, 573 видеокамера һәм 170 контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыласаҡ. Ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән продукция ҡулланыла.
Төҙөкләндереләсәк ихаталарҙың дизайн-проекттары бында йәшәүселәр өсөн уңайлы, заманса һәм халыҡ ҡулланырлыҡ булырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.