Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Февраль 2020, 09:00

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Онкология ауырыуҙарыменән көрәш” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнәнтормошҡа ашырылыусы “Һаулыҡһаҡлау” милли проектына ярашлы Башҡортостандакүп кенә эштәр башҡарыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнән тормошҡа ашырылыусыҺаулыҡһаҡлаумилли проектына ярашлы Башҡортостанда күп кенә эштәр башҡарыла.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрелде.

Унда Башҡортостандан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Республика онкология диспансерынан Ғәҙел Измайлов, министрлыҡ вәкилдәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яман сирменән көрәштә ирешелгән күрһәткестәрҙе тикшереп, быйылға маҡсаттар билдәләне.
Башҡортостанда үткән йылда дүрт амбулатор онкология ярҙамыүҙәгебулдырылған, киләһе йылға тиклем үҙәктәрҙе 13 күп профилле медицина ойошмаһы нигеҙендә булдырырға ниәтләйҙәр.

2019 йылдаҺаулыҡ һаҡлаумилли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика онкодиспансерына рентген диагностикаһы комплексы, видеобронхоскоп, компьютер томографы, маммография рентген аппараты һәм микроскоптарһатып алынған.
Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү ҙә тамамланыу өҫтөндә. Унда поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һәм торакоабдоминаль бүлектәрҙе асыу күҙаллана.

Читайте нас: