Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Февраль 2020, 09:00

Стәрлетамаҡта "Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" проекты ғәмәлгә ашырыла

Былтыр ноябрҙә Стәрлетамаҡта "Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" проекты ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Һынау рәүешендә старт алған был проект буйынса эштәр ни хәлдә?#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Былтыр ноябрҙә Стәрлетамаҡта "Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" проекты ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Һынау рәүешендә старт алған был проект буйынса эштәр ни хәлдә?
БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдереүенсә, Стәрлетамаҡта ике айҙа 200 балаға шәхси балалар баҡсаһына йөрөү өсөн сертификаттар алынған.
Әлеге документ муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан алып өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә муниципаль баҡсала билдәләнгән хаҡҡа шәхси мәктәпкәсә балалар ойошмаһында урын алыу хоҡуғы бирә. Сертификаттың хаҡы республика һәм урындағы бюджеттарҙан шәхси балалар баҡсаһына килгән балаға айына 6000 һум тәшкил итә. Ата-әсәләр айына 2 476 һум түләй.
Фото: Вести-Башкортостан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: