Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Февраль 2020, 09:00

Милли проект: «НЕФАЗ» һәм «Уралмостострой» йәмғиәттәре тарафынан ике килешеү төҙөлдө

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән Башҡортостандың «НЕФАЗ» һәм «Уралмостострой» йәмғиәттәре тарафынан ике килешеү төҙөлдө.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән Башҡортостандың «НЕФАЗ» һәм «Уралмостострой» йәмғиәттәре тарафынан ике килешеү төҙөлдө.
«НАФАЗ» йәмғиәте “ КАМАЗ” йәмғиәте предприятиелары төркөмөнә инә һәм КАМАЗ шассийына махсус ҡоролмалар етештереү буйынса Рәсәйҙәге иң ҙур ойошма булып тора. Предприятиеның производство майҙандары Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан. Завод төрлө техника төрҙәре шассийына махсус ҡоролмалар етештерә.
«Уралмостострой» йәмғиәте – төрлө ҡатмарлыҡтағы автомобилдәр юлы һәм тимер юлы күперҙәрен төҙөү буйынса тәжрибәһе булған Рәсәйҙәге иң ҙур махсуслаштырылған күперҙәр төҙөү компанияһы. Күпер төҙөү һәм ремонтлау, тимер-бетон конструкциялар, бетон, асфальт бетоны, тимер конструкциялар һәм тауар арматуралары етештереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә, шулай уҡ машиналарҙы һәм механизмдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Милли проектта ҡатнашыу сиктәрендә предприятиелар производство процестарын оптималләштереү буйынса проекттарҙы бойомға ашырыу барышында хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында Федераль һәм төбәк компетенциялар үҙәктәре эксперттарының методологик ярҙамынан бушлай файҙалана аласаҡ. Финанс ярҙам сифатында Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондынан биш йылға йылына бер процент менән 50-нән 300 млн. һумғаса льготалы займға иҫәп тота алалар.
Бынан тыш, Рәсәй Иҡтисад үҫеше министрлығы һәм Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы менән бойомға ашырылған “Етештереүсәнлек лидерҙары” идара итеү кадрҙарын уҡытыу программаһында ҡатнаша алалар.
Мәғлүмәт өсөн: БР Хөкүмәте тарафынан республика ойошмалары менән 57 килешеү төҙөлгән. Был сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы предприятиелары.
Сығанаҡ: БР Иҡтисад үҫеше һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Фото – Интернаттан.
Читайте нас: