Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Февраль 2020, 09:00

Башҡортостан халҡы үҙҙәренең анализдары һөҙөмтәләрен онлайн-режимда күрә ала

Республикала берҙәм компетенциялар үҙәге булдырыу буйынса лаборатория хеҙмәтен үҙгәртеп ҡороу буйынса проект “Сәләмәтлекте һаҡлау» милли проекты буйынса бойомға ашырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикала берҙәм компетенциялар үҙәге булдырыу буйынса лаборатория хеҙмәтен үҙгәртеп ҡороу буйынса проект “Сәләмәтлекте һаҡлау» милли проекты буйынса бойомға ашырыла.
Тәүге компетенциялар үҙәге Өфөләге 13-сө клиник дауаханаһында асылды. Киләһе өс йылда республикала ошондай 8-12 үҙәк булдырыу планлаштырыла. Уларҙа 30-50 кеше эшләйәсәк.
Проекттың бойомға ашырылыуы ярҙамында республика үҙәгенән ни тиклем алыҫлыҡта урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, урындарҙағы дауалау учреждениеларының заманса һөҙөмтәле һәм сифатлы лаборатория диагностикалауы алымдарын ҡулланыу мөмкинлеге буласаҡ.
Пациенттар йәшәгән урындары буйынса поликлиникаларға барып ҡына анализдар тапшыра аласаҡ. Ҡан алыу хәҙер штирх-кодлы ваакумлы контейнерҙар файҙаланып эшләнәсәк. Анализ һөҙөмтәләрен гаджеттарҙа, электрон почта аша, дәүләт хеҙмә-ттәре порталындағы шәхси кабинетта онлайн-режимда ҡарап белеп була. Былар барыһы ла тиҙ арала башҡарыла, анализдар һөҙөмтәләре юғалмай ҙа.
Сығанаҡ: Башҡортостан яңылыҡтары.
Читайте нас: