Бының өсөн республика бюджетынан 27,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, техника “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән сараларға ярашлы һатып алына. Тракторҙар урманды тергеҙеүҙә һәм янғынға ҡаршы көрәштә файҙаланыласаҡ. Яңы техника ведомствоға ҡараған урман хужалығы предприятиеларына бирелә.
Әйткәндәй, әле уларҙа ҡулланыуҙа булған техниканың 124 берәмеге 1985-1998 йылдарҙа етештерелгән.
Былтыр “Экология” милли проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 22 яңы трактор алынған.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.