2019 йылда Башҡортостанда әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр алыуға 1,3 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы сертификаты булған ғаиләләрҙең күбеһенә икенсе бала өсөн айлыҡ түләү алыу мөмкинлеге биреүсе төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ғаиләнең бер кешегә иҫәпләнгән айлыҡ кереме ике йәшәү минимумына тиклем арттырылған. Шулай уҡ айлыҡ йәшәү күләме лә артты.
2020 йылдың 1 ғинуарына әсәлек капиталы күләме 466 617 һум тәшкил итә. Үткән йыл менән сағыштырғанда, ул 13 591 һумға артҡан.